09:28 (UTC+5), 16 Май 2017

Өфөлә Ҡурсаҡ театры Музейҙар төнөнә ҡушыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла ҡушыла. 20 майҙа киске сәғәт 6-ла театр балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн үҙ ишектәрен аса.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, программала танылған актерҙарҙың оҫталыҡ дәресе ҡаралған, унда балалар актерҙар ролендә уйнай, театр ҡурсаҡтары менән эшләй ала. Ҡурсаҡ театрының төрлө спектаклдәре декорациялары янында әкиәти фотосессия ойошторола, ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәрен театрҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөндә лә ҡарарға мөмкин.
Ҡурсаҡ театры спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтеү күҙаллана. «Paint Өфө» сәнғәт студияһы уҡыусыларының «Мин һүрәт төшөрәм» һәм рәссам, Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы Ольга Фролованың Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының юбилейына арналған күргәҙмәләре асыла. Теләгән һәр кем үҙенең портретына заказ бирә ала.
Ҡурсаҡ театры ошо акцияға икенсе тапҡыр ҡушыла. «Музейҙар төнө-2017» барышында театрға инеү бушлай, киске сәғәт 6-нан 8-гә тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика