03:33 (UTC+5), 16 Май 2017

«Евразия йөрәге» Өфө халҡына ике Симфоник һәм бер Этнотөн бүләк итәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә йәнә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк. 12 июндә «Евразия йөрәге»н «Берҙәмлек» – «Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты аса. Был проект – Рәсәйҙә халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) эгидаһы аҫтында уҙған алты халыҡ-ара фестивалдең береһе. «ВДНХ-Экспо» майҙанында Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ-Африка Республикаһы һәм Шри-Ланка коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Бай йөкмәткеле программа 16 июнгәсә дауам итәсәк, төп саралар Өфө амфитеатрында үтәсәк. 13 июндә Башҡортостан Милли симфоник оркестры (художество етәксеһе – Раушан Яҡупов) өфөләрҙе Симфоник төнгә йыя.
14 июндә эстафетаны ике проект дауам итә. Киске сәғәт 7-се яртыла быйылғы миҙгел юбиляры – Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең концерты башлана. Киске сәғәт 8-ҙә байрамды «UFA-Kuraifest» дауам итәсәк. Тамашасылар Линар Дәүләтбаев еткселегендә Башҡортостан милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының, ҡурайсылар Азат Биксуриндың, Роберт Юлдашевтың һәм Zaibetdin проектының, «Йатаған» этно-төркөмөнөң, Мәскәүҙең «Zaman» төркөмөнөң сығыштарын ҡарай аласаҡ. «UFA-Kuraifest» сиктәрендә Өфө амфитеатры сәхнәһенә 200 кешелек ҡурайсылар ансамбле сығасаҡ.
15 июндә киске сәғәт 8-ҙә тамашасыларҙы Икенсе Симфоник төн саҡыра. Республиканың Йәштәр симфоник оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев) менән бергә сәхнәлә йырсылар Илһам Вәлиев, Гөлнара Вәлиева, Радмир Хәсәнов, Регина Звягинцева, виолончелдә уйнаусы Аяз Нухов һәм Рөстәм Хәмиҙуллин сығыш яһаясаҡ.
16 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале тамамлана. Киске сәғәт 5-тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда Башҡортостан халыҡтарының милли костюмдар байрамы башлана. Республика «Тальян байрамы» профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙы йыясаҡ.
Халыҡ-ара байрам «Этнотөн» менән тамамланасаҡ. Проекттың хедлайнеры – Мәскәүҙең «Иван Купала» төркөмө. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле коллективтары «Хартыга» (Тыва Республикаһы), «Trad Attack» (Эстония), музыка ҡоралдарында уйнаусы виртуоздар Назбек Кенчинбаев, Нурайым Азыкбаева (Ҡырғыҙстан), «Катя Ямщикова» фолк-проекты, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Сараны ойоштороусы – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика