05:33 (UTC+5), 16 Мая 2017

Башҡорт драма театры 97-се миҙгелен төрлө быуындарҙың «Йондоҙҙар баттлы» менән яба

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 майҙа Башҡорт драма театры 97-се ижад миҙгелен яба. Киске сәғәт 6-ла СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскә һалыу ойошторола.
Киске сәғәт 7-лә тамашасыларға «Йондоҙҙар баттлы»: йәштәр vs өлкән быуын тигән театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителә. Бер сәхнәлә Сәғиҙулла Байегет һәм Светлана Хәкимова, Нурия Ирсаева һәм Артур Ҡунаҡбаев, Фидан Ғафаров һәм Артур Кәбиров, шулай уҡ яратҡан артистарыбыҙ Алмас Әмиров, Минзәлә Хәйруллина, Суфия Ҡорбанғәлиева, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илсур Байымов, Юнир Ҡоланбаев, Илдар Ғүмәров, Урал Әминев, Рәнис Рәхмәтов, Алһыу һәм Азамат Ғафаровтар, Римма Ҡаһарманова, Юлиә Ғәләүетдинова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Гүзәл Маликова осрашасаҡ.
«Оркестрға ҡушылып шиғырҙар, спектаклдәрҙән оҙон монологтар уҡыу, коллегаларҙың видеоҡотлауҙары. Уҙған миҙгел тураһында ижади отчет вәғәҙә итмәйбеҙ, Башҡорт драма театрының 97-се миҙгелен күңелле тамаша менән тамамлайбыҙ», — тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика