03:35 (UTC+5), 15 Май 2017

Республикала башҡорт милли костюмы фестиваль-конкурсы уҙасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә 18 майҙа «Сәсмәүерем, селтәрем-2017» II башҡорт милли костюмы асыҡ ҡала фестиваль-конкурсы үтә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Урал аръяғының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмалары коллективтары, мәҙәниәт, предприятие, ойошмаларҙың ижади коллективтары һәм ғаиләләр, ҡала һәм район халҡы, шулай уҡ сәнғәтте өйрәнеүселәр, этнографтар, башҡорт костюмы өлкәһендә эшләүсе ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм башҡа белгестәр саҡырыла. Ҡатнашыусы һайланған номинация буйынса кәмендә өс эш тәҡдим итергә тейеш.
Бәйге номинациялары: «күргәҙмә» («селтәр», «ҡашмау», «сәсмәүер»), сәхнәлә йөрөү (этнографик костюм – төбәктең этнографик костюмдарын яңыртыу, стилле сәхнә костюмы, шулай уҡ алып барыусылар өсөн стилле көндәлек костюм), «эскиздар» (стилле сәхнә костюмы, шулай уҡ алып барыусылар өсөн стилле көндәлек костюм), оҫталыҡ дәресе («Алтын ҡуллы оҫта» – аксессуарҙар эшләү буйынса; «Етеҙ ҡуллы оҫта» — янсыҡ эшләү тиҙлеге, «Оҫта өйрәтеүсе»).
Фестивалдең ойоштороусылары – Сибай ҡалаһы хакимиәте, Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты, «Ағинәйҙәр ҡоро», Сибай сәнғәт колледжы, Асия Ғәйнуллинаның «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе.
Фестиваль-конкурста ҡатнашыуға ғаризалар һәм эскиздар 16 майға тиклем ҡабул ителә. Эскиздарҙы Таусылар урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан Сибай сәнғәт колледжына Асия Ғәйнуллинаға тапшырырға кәрәк, телефон: 2-46-32. Мәктәпкәсә һәм урта белем биреү йорттарынан ҡатнашыуға ғаризалар мәғариф бүлегендә ҡабул ителә, телефон: 2-88-04. Урал аръяғы ҡала-райондарының урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан, балалар өсөн өҫтәмә белем биреү мәктәптәренән һәм үҙәктәрҙән, мәҙәниәт, предприятие, ойошмаларҙың ижади коллективтарынан ғаризалар ҡаланың мәҙәниәт бүлегендә һәм Халыҡ мәҙәниәте һәм ял итеү үҙәгендә ҡабул ителә. Телефондар:2-28-97, 5-14-89, 2-30-90.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика