Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2017, 16:32

Өфөлә Р. Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара фестиваль «Сыңрау торна» милли балеты менән асыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Р. Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале Лев Степановтың һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» милли балеты менән асыла. 23 майҙа фестиваль барышында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған яңыртылған балеттың премьераһы була.
Яңы сәхнә биҙәлешенең авторы — театрҙың баш рәссамы һәм республиканың төп рәссамдарының береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, М.В. Нестеров исемендәге премия лауреаты, профессор Рифҡәт Арыҫланов. Уның һуңғы эштәре иҫәбендә — күптән түгел генә «Театр яҙы» фестиваленең махсус призына лайыҡ булған «Салауат Юлаев» операһы.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, спектаклдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп солистары — Башҡортостандың халыҡ артистары, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Гөлсинә Мәүлекәсова (Зәйтүнгөл), Илдар Маняпов (Йомағол), Сергей Бикбулатов (Арыҫланбай) һәм башҡа артистар сығыш яһай.
«Сыңрау торна» балеты уҙған быуаттың 40-сы йылдарында Лев Степанов менән БАССР-ҙың Сәнғәт эштәре буйынса идаралығы араһындағы килешеү буйынса ижад ителгән. Йәш Заһир Исмәғилев композиторҙың башҡорт фольклоры һорауҙары буйынса консультанты була. Башҡорт легендаларына нигеҙләнгән либретто авторы булып билдәле бейеүсе Фәйзи Ғәскәров сығыш яһай; үҙенең хеҙмәтен ул Зәйтүнгөл партияһын тәүге башҡарыусы Зәйтүнә Насретдиноваға арнаған.
Балетты ҡуйыу өсөн Киров исемендәге Ленинград академия опера һәм балет театры (хәҙер — Мария театры) балетмейстеры Нина Анисимова саҡырылған. Уға милли һыҙаттарҙы асырға Фәйзи Ғәскәров менән бергә Йомағол партияһын беренселәрҙән булып башҡарған Хәләф Сафиуллин ярҙам иткән. Премьера БАССР-ҙың 25 йыллыҡ юбилейына бағышланған һәм кисәләр серияһы рәүешендә тормошҡа ашырылған: 1944 йылда театрҙа бер нисә ай буйына балеттың яңы өҙөктәре күрһәтелгән.
«Сыңрау торна» балеты Өфө театрының репертуарынан төшкәне юҡ. Балет Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә (1997) ҙур уңыш ҡаҙанды. Уның өҙөктәре Бөйөк Британияла, Болгарияла, Польшала, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә күрһәтелде. 1960 йылда Свердловск киностудияһында спектакль буйынса фильм-балет төшөрөлдө.
Читайте нас: