06:31 (UTC+5), 15 Мая 2017

Өфөлә «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабының исем туйы уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Өфөлә, «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә, «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабы донъя күрҙе. Авторы — шағир, яҙыусы, сәсән, ҡурайсы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Мортазин, Мөхәмәтша Буранғолов, Фәтих Кәрим һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдин. Китаптың исем туйы 19 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында үтә.
«Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» — үҙенсәлекле баҫма, — ти яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр. — Беҙгә сикһеҙ рухи шатлыҡ бүләк иткән ошо хеҙмәт өсөн талантлы шағир Мәүлит Ямалетдинға рәхмәтлебеҙ».
Был хеҙмәт — яҙыусының 23 йыл буйына шөғөлләнгән ҙур эш һөҙөмтәһе ул. Автор үҙенең ижадында йыш ҡына Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итә, изге китапҡа шиғри тәржемәләр эшләй. 2002 һәм 2016 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә Мәүлит Ямалетдин тәржемәһендә «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» тигән ике китап баҫылып сыҡты.
Кисәлә төрлө быуын актерҙары ошо китаптан Ҡөрьән сүрәләрен уҡый, мөнәжәттәр, йырҙар башҡара. Сәхнәгә Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Гүзәл Маликова, Минзәлә Хәйруллина, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев, театр оркестры сыға. Шулай уҡ йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар сығыш яһай.
Быйыл Мәүлит Ямалетдин 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Кисәлә шулай уҡ уның тыуған көнө айҡанлы ҡотлауҙар ҙа яңғыраясаҡ, тип хәбәр итте кисәнең режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев.
Инеү ирекле. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика