12:59 (UTC+5), 12 Мая 2017

Кларнетсы Артур Нәзиуллин — «Buffet Crampon» компанияһының артисы һәм уйын ҡоралдары илсеһе

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәй музыканты — кларнетсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин легендар «Buffet Crampon» компанияһы артисы һәм уйын ҡоралдары илсеһе булды.
Был хаҡта, «Buffet Crampon» ағас тынлы уйын ҡоралдары компанияһының рәсми сайтына һылтанып, республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
«Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «XXI быуат йондоҙҙары» программалары солисы, Мәскәү өлкә филармонияһы солисы, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды директоры Артур Нәзиуллин музыканттарҙың яңы быуынына ярҙам йөҙөнән «Buffet Crampon» компанияһының солисы һәм илсеһе булды», — тип билдәләнә Франция компанияһының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.
Музыкант үҙе әйтеүенсә, ул ошо компанияға сикһеҙ ышана.
«Йәш музыканттарға уңышлы үҫешеү өсөн иң яҡшы ҡоралдар кәрәк, тип иҫәпләйем. Кларнетта яңы уйнай башлаған саҡта ошо уйын ҡоралына ҡағылыу хыялымда ғына ине. Шуға күрә «Buffet Crampon» менән хеҙмәттәшлек тәҡдимен шатланып ҡабул иттем», — ти Артур Нәзиуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика