10:18 (UTC+5), 12 Мая 2017

Башҡортостан рәссамдары Нестеров музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 17 һәм 18 майҙа Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге художество музейында республика рәссамдары бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
17 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Художка» мәктәбе директоры Глеб Голубев уҡыусылар һәм өлкәндәр өсөн «еүеш акварель» техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе бирә. Дәрестәр Лаптев йортоноң етенсе залында уҙа.
18 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә ошо уҡ залда Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Виктор Суздальцев мәктәп йәшендәге балалар һәм өлкәндәр өсөн «еүеш акварель» техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуға (347) 272-13-85 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Үҙең менән ике бит акварель ҡағыҙы, акварель буяуҙар, йомшаҡ бумала, һыу өсөн стакан һәм губка алып килергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика