13:34 (UTC+5), 11 Мая 2017

Республикала Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 11 майҙа, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды. Байрам саралары Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында уҙғарыла һәм аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Быйыл сара республиканың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге ойошторолоуҙың 20 йыллығына бағышланған.
Тантаналар Өфөләге А. Пенькевич исемендәге Поляк йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыларының концерты менән асыла. Шулай уҡ бөгөн Мишкә районының Сурай ауылында дворяндар нәҫеле Песляктар усадьбаһының элекке урынына баралар.
12 майҙа Өфөләге 17-се китапханала поляк халыҡ костюмдары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре эшләй башлай. Ошонда уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола.
Йома Башҡорт дәүләт педагогия университетында Януш Корчактың һәм уның тәрбиәләнеүселәренең героик үлеменә 75 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә була.
Шул уҡ көндө тантанала ҡатнашыусылар профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, төбәктә славистика һәм полонистика фәндәренә нигеҙ һалған Леонид Васильевтың (1926-2015) мемориаль кабинетын ҡараясаҡ.
13 майҙа Өфө районының Октябрьский ҡасабаһы мәктәбендә композитор, бард, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Крулдең концерты була.
14 майҙа Өфөләге Поляк йәкшәмбе мәктәбендә оҫталыҡ дәресе һәм поляк аш-һыуын тәмләп ҡарау ойошторола.
Башҡортостандың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, тантаналарға баш ҡалабыҙға Польша Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллегендәге Мәскәү консул округының консул бүлеге етәксеһе Марек Зелинский килә. Сараларҙа Екатеринбург, Краснодар, Ижевск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика