05:04 (UTC+5), 11 Май 2017

Өфөләрҙе журналист Нина Жиленконың юбилейы айҡанлы ойошторолған концертҡа саҡыралар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыкаль журналист Нина Жиленко үҙенең юбилейын билдәләй. 13 майҙа өфөләрҙе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Продлись, продлись, очарованье!» тигән байрам концертына саҡыралар.
Нина Жиленко – «Башҡорт балеты гран-паһы» исемле китап, артистар һәм театр постановкалары тураһында ихлас күңелдән яҙылған байтаҡ мәҡәләләр һәм очерктар авторы. Камера-вокал музыка концерттарының алып барыусыһы булараҡ 1998 йылдан «Музыкаль ҡунаҡ бүлмәһе» проекты сиктәрендә ул йыш ҡына спектаклдәр алдынан сығыш яһай, әҫәрҙәр, уларҙы яҙыусылар һәм артистар, театр, опера һәм балет сәнғәте тарихы тураһында тамашасыларға үҙенең белеме менән уртаҡлаша. Нина Жиленко Өфөлә Шаляпин үҙәге сығанағында торҙо.
Тамашасылар Өфө мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең сағыу музыка номерҙарынан һәм ҡотлауҙарынан торған программаны ҡарай аласаҡ. Төрлө стилдәге һәм йүнәлештәге әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Юбилярҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артистары, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Салауат Асҡаров, Раил Кучуков, Галина Бутолина, Хәмид Ишбулдин, Фәнәүи Сәлихов, Марат Шәрипов, Татьяна Никанорова, Татьяна Мамедова, Йәмил Әбделмәнов, Руслан Хәбибуллин, Эльвира Фәтихова, Лариса Әхмәтова, Әлим Ҡәйүмов, Любовь Буторина, Резида Әминова, Владимир Копытов, Артур Ҡәйепҡолов, Рим Рәхимов ҡотлаясаҡ. Фортепианола республиканың атҡаҙанған артисы Людмила Коломоец уйнаясаҡ.
Алып барыусылар – Валентина Айшпор һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика