07:28 (UTC+5), 11 Мая 2017

Өфөлә «Киске уйын» студенттарҙың осрашыу марафоны башлана

Башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
Башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда «Киске уйын» студенттарҙың осрашыу марафоны старт ала. Башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тәүге осрашыу Башҡортостан йәштәрен 20 майҙа йыя. «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары байрамда ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйын-конкурстар әҙерләгән. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтөлә. Республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған эко-квест үткәрәсәк.
Сара киске сәғәт 6-ла башлана.
Ойоштороусылары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, «Юлдаш» радиоһы, Өфө һәм баш ҡаланың Киров районы хакимиәттәре, ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы.
Артабан «Киске уйын»ды октябрҙең аҙағына тиклем айына ике тапҡыр уҙғарыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика