04:37 (UTC+5), 10 Мая 2017

Стәрлетамаҡта театр-концерт миҙгелен ябыу сараһы Экология йылына арналасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 майҙа Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең XXVI концерт миҙгелен ябыу сараһы уҙа. «Һулар һауам, эсер һыуым, тыуған ерем…» программаһы Башҡортостан Республикаһында Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған.
Театр-концерт берләшмәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бейеү театрының дәртле композициялары халыҡтың рухи байлығын асып бирәсәк. Ҡурайсылар Динар Абдуллин һәм республиканың атҡаҙанған артисы Миңлеғәли Хәсәновтың халыҡ көйҙәрендә икһеҙ-сикһеҙ далаларыбыҙҙың хозурлығын тойорға мөмкин. Альберт Шәһиев башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙары көмөш йылға кеүек сылтырап ағасаҡ. Зөлфиә Әүбәкированың һәм Гүзәлиә Татлыбаеваның тауыштары гәлсәр һандуғастың сут-сут итеп һайрауы менән тиң буласаҡ. Ә «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө артистарының ижадында халыҡ рухы һәм тәбиғәт бөйөклөгө берләшәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика