03:59 (UTC+5), 10 Мая 2017

Өфөлә Халисә Рәйхандың балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «Китап» нәшриәтендә Халисә Рәйхандың балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе. Шиғырҙар йыйынтығы бәләкәй балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә тәғәйенләнгән. Китап уҡыусыны сағыу балалыҡ донъяһына алып китә, яҡшыны ямандан айырырға, тәбиғәткә һәм кешеләргә иғтибарлы булырға өйрәтә.
Йыйынтыҡты Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың инеш һүҙе башлап ебәрә. Баҫма рәссам Г. Камалованың сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән. Китап 2 мең дана булып сыҡҡан. Уны нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Туймазы ҡалаһының Үҙәк китапханаһында, Төмәнәк татар тарихи-мәҙәни үҙәгендә Шиғриәт кисәһендә китап туйы уҙҙы. Автор үҙенең ижады хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙы. Сараға яҙыусының тормошона һәм ижадына бағышланған күргәҙмә әҙерләнгәйне.
«Шаран районының Салмалы урта мәктәбендә райондың ете мәктәбе араһында «Бал яратам» китабы буйынса тасуири уҡыусылар бәйгеһе уҙҙы. Еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар китап һәм район мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләнде», — тип һөйләне автор.
Халисә Рәйхан – тележурналист һәм шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Халисә Мөхәмәҙиева. 2005 йылда уның хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар ингән «Ҡышҡы ямғыр» тигән китабы донъя күрҙе. Авторҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған. Күп йылдар буйынса Халисә Мөхәмәҙиева татар телендә сыҡҡан «Райхан» телетапшырыуының авторы һәм билдәле алып барыусыһы булды.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика