05:52 (UTC+5), 10 Мая 2017

Башҡорттар Ригала уҙғарылған Һабантуйҙа ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорттар Рига ҡалаһында уҙғарылған Һабантуйҙа ҡатнашты. Байрамды Латвия башҡорттары һәм татарҙары Эстония, Литва, Швеция илдәрендәге яҡташтары менән бергә ҡаланың «Верман баҡсаһы»нда ойошторҙо. Был хаҡта башҡорт диаспораһы етәксеһе Рина Хәмитова хәбәр итте.
Һабантуйға төрлө милләтле ҡала халҡы балалары һәм ғаиләләре менән, дипломаттар, эшҡыуарҙар, журналистар, фотографтар, студенттар, күрше илдәрҙән ҡунаҡтар, сит ил туристары килгәйне.
«Рига халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышты, уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, йырланы, бейене, халыҡ уйындарын уйнаны, шулай уҡ милли ризыҡтар менән һыйланды. Байрамыбыҙға балаларҙың һәм йәштәрҙең күпләп килеүенә, әүҙем булыуҙарына бик ҡыуандым», — тип һөйләне Рина Хәмитова.
Парктың төп эстрадаһында Татарстан артистары, Латвия, Литва, Эстония милли-мәҙәни ойошмаларының үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығында концерт булды. Биш сәғәт буйына паркта спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары тынманы.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы Латвия һәм Эстониялағы башҡорт диаспораһы етәкселәре ҡотланы. Рина Хәмитова Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуровтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. «Һабантуй ысын мәғәнәһендә халыҡтар дуҫлығы, изгелек, үҙ-ара аңлашыу, күңел асыу һәм берҙәмлек байрамына әүерелде. Унда күп быуатлыҡ йәшәү рәүеше, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың үҙенсәлекле милли йолалары, кешелеклелек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ идеалдары сағылыш тапҡан», — тиелә ҡотлауҙа.
Таллинндағы «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина ла йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, һабантуйҙы ойоштороусыларға Салауат Юлаев хаҡында китаптар бүләк итте. Илнур Хәйруллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаһа, һуңынан Рина Хәмитова ҡурай моңо аҫтында «Гөлнәзирә» бейеүен башҡарҙы.
Латвияла һабантуй 30 йылдан ашыу уҙғарыла. Быйыл һабантуйҙы Латвиялағы «Шишмә» башҡорт-татар йәмғиәте, Европалағы татар йәштәре берекмәһе ойошторҙо. Был тәҡдимде «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге, «Аҡбуҙат» башҡорт йәмғиәте дәррәү күтәреп алды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика