07:57 (UTC+5), 04 Май 2017

Нариман Сабитов исемендәге Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары Абхазияла «Көньяҡ әкиәт» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында иң яҡшылары булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нариман Сабитов исемендәге Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары Абхазияның Пицунда ҡалаһында уҙған «Көньяҡ әкиәт» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында наградалар яуланы. «Дуҫлык» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе Рөстәм Хәйрисламов) – Гран-при, Илсаф Бәҙретдинов – 1-се урын һәм «Башҡарыу оҫталығы өсөн» конкурстың махсус бүләген; Ангелина Гафарова – 1-се урын; уҡытыусы Руслан Мөлөков – 1-се урын; Арсений Казаков – 2-се урын; Айсулпан Фәйзуллина 3-сө урын алды һәм баянсылар дуэты Сыңғыҙ һәм Алсын Солтангәрәевтар конкурс дипломанттары булды.
«Көньяҡ әкиәт» халыҡ-ара фестиваль-конкурсы «Я могу!» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә уҙа. Проекттың маҡсаты – һәләтле балаларға үҙҙәрендә ышаныс тойғоһон уятырға һәм яратҡан ижади эштәрендә юғары дәрәжәләргә өлгәшергә ярҙам итеү. Бәйге Рәсәйҙең эре ҡалаларын (Санкт-Петербург, Мәскәү, Норильск, Краснодар, Ульяновск, Ҡазан, Өфө) һәм өлкәләрен уратып алды.
«Уҡыусылар Кавказдың бай йолалары, ҡунаҡсыл халыҡтың мәҙәниәте менән танышты. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йыйылған коллегалар менән аралашыу беҙҙең өсөн бик файҙалы һәм күңелле булды», — тип һөйләне 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Ғимранова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика