04:30 (UTC+5), 03 Мая 2017

Республиканың баш ҡалаһында Милли симфоник оркестрҙың 25 йыллығына халыҡ-ара фестиваль тамамлана

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан Милли симфоник оркестрының 25 йыллығына арналған халыҡ-ара музыка фестивале тамамлана. 11 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында фестивалде ябыуҙа Карл Орфтың «Кармина Бурана» сәхнә кантатаһы башҡарыласаҡ.
Концертта республиканың Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижер – Шамил Ибраһимов исемендәге Асыҡ республика хор дирижерҙары конкурсы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина), Өфө дәүләт сәнғәт институты хоры, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы Малайҙар капеллаһы (етәксеһе – халыҡ-ара конкурс дипломанты Клим Калитов) ҡатнашасаҡ.
Дирижер – Раушан Яҡупов. Концерт видеорәт менән оҙатыласаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
Музыка фестивале 12 апрелдә билдәле Рәсәй пианисы Борис Березовский ҡатнашлығындағы концерт менән башланды. Киләһе ике концертта скрипкасы Никита Борисоглебский һәм виолончелдә уйнаусы Глеб Степанов соло башҡарҙы, оркестр Сингапур дирижеры Дарелла Анга етәкселегендә уйнаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика