11:19 (UTC+5), 02 Мая 2017

Төбәктәге ете театр яңы спектаклдәр ҡуйыу һәм матди-техник торошон нығытыу өсөн 34,8 миллион һум аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандағы ете театр республиканан 10 процент күләмендә берлектә финанслау шарттарында 34,8 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Финанс ярҙамы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проекты сиктәрендә күрһәтелә. Бүленгән аҡсаны яңы спектаклдәр ҡуйыуға, театрҙарҙың матди-техник торошон нығытыуға тотонорға мөмкин.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Арина Рәхимҡолова хәбәр итеүенсә, проектҡа Стәрлетамаҡ рус драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, Туймазы татар драма театры, Салауат башҡорт драма театры, Сибай дәүләт балалар театры «Сулпан» һәм Белорет ҡалаһындағы «Дефицит» театр-студияһы индерелгән.
Проекттың Башҡортостандағы координаторы, республика Дәүләт Йыйылышы депутаты, Стәрлетамаҡ рус драма театры директоры Виктория Замесина проекттың мөһимлеген һәм бик ваҡытлы булыуын билдәләне.
«Һуңғы йылдарҙа бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар ҡалдыҡ принцибы буйынса финансланды. Яңы әҫәрҙәр сәхнәләштереү өсөн бүленгән аҡсаның күләме һуңғы биш йылда ике тапҡырға кәмене. Һөҙөмтәлә спектаклдәрҙең сифат яғы аҡһай, художестволылыҡ йәһәтенән талапсан тамашасыларҙы ҡәнәғәтләндермәй. «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проекты спектаклдәрҙең кимәлен күтәрергә һәм тамашасыларҙы күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк», — тип иҫәпләй Виктория Замесина.
«Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проектының эшмәкәрлеге өлкәһенә бәләкәй ҡалаларҙағы дәүләт һәм муниципаль театрҙар, ижади эшмәкәрлеккә һәм спектаклдәр ҡуйыуға булышлыҡ итеү, костюмдар һатып алыу һәм декорациялар әҙерләү ҡарай. Проекттың координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Оксана Бондарь Омск ҡалаһында үткән «Мәҙәниәт — милли өҫтөнлөк» Бөтә Рәсәй форумында билдәләүенсә, «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проекты сиктәрендә быйыл илдә бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн 670 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Әлеге программа 56 субъекттағы 149 театрға ҡағыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика