11:09 (UTC+5), 02 Мая 2017

Республиканың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡытайҙың Тяньзинь ҡалаһында барған Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһай. Халыҡ башҡорт һылыуҙарын хайран ҡалып тамаша ҡыла. Фестиваль көндәрендә яҡташтарыбыҙ сәхнәне Словакия ансамбле менән бүлешә.
«Кружева» ансамбле сәхнәлә матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ошо ил, уның тарихы менән таныша. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар Бөйөк Ҡытай стенаһында булырға, үҫешкән инфраструктуралы ҙур һәм гүзәл Тяньзинь ҡалаһын ҡарарға өлгөрҙө лә инде. Беҙ илдең мәҙәниәте менән танышабыҙ һәм ҡытай халҡына Башҡортостандың йолаларын күрһәтәбеҙ, — тип һөйләй ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева. — Икенсе донъя, Көнсығыш иле — Ҡытай менән танышыу мөмкинлеген бүләк иткәне өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Р. М. Әсәҙуллинға ҙур рәхмәтлебеҙ».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, март айында «Кружева» ансамбле Ҡаҙағстанда халыҡ-ара Науруз байрамында Башҡортостан исеменән сығыш яһағайны.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика