16:32 (UTC+5), 28 Апреля 2017

Баш ҡалала XXI Нуриев фестивале Юрий Григоровичтың 90 йәшенә бағышланасаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 майҙан 2 июнгәсә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ойошторола. Ул 1993 йылда фестивалгә нигеҙ һалған күренекле хореограф, СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Григоровичтың 90 йәшлек юбилейына бағышлана.
Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең атаҡлы бейеүселәр ҡатнаша.
Улар араһында Сан-Франциско балеты, Словакия милли театры, Рәсәйҙең Ҙур театры, «Кремль балеты» театры, Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия опера һәм балет театры – Михайловский театры солистары, Екатеринбург һәм Силәбе театрҙарының балет труппалары бар.
Фестиваль 2017 йылдың 23 майында милли хореографияның классикаһы – Л. Степанов менән З. Исмәғилевтың яңыртылған «Сыңрау торна» исемле тәүге башҡорт балеты менән асыла. Программала Михайловский театры солистары ҡатнашлығындағы «Аҡҡош күле»; Рәсәйҙең Ҙур театры солистары ҡатнашлығында «Баядерка»; Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет театрының «Ромео һәм Джульетта» (спектакль – Рәсәйҙең «Алтын битлек-2017» премияһы лауреаты); Рәсәйҙең Ҙур театры солистары ҡатнашлығында «Корсар»; М.И. Глинка исемендәге Силәбе дәүләт академия опера һәм балет театрының «Эсмеральда» спектаклдәрен күрһәтеү ҡаралған.
Йола буйынса, фестиваль балет сәнғәте йондоҙҙарының гала-концерты менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика