08:49 (UTC+5), 27 Апреля 2017

Өфөлә тағы ла бер Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тағы ла бер сейәле Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде. «Театр яҙы» фестивалендә ҡатнашыусылар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә ағастар ултыртты. Шишмә районынан акция өсөн махсус рәүештә 30 сейә үҫентеһе килтерелде.
Киләсәктә яҙ һайын бында сейә сәскә атыр, тип ышана акцияны ойоштороусылар. Һәр ағас янында республика театрҙарының исеме яҙылған табличка ҡуйыласаҡ. Ағастарҙы дәүләт һәм «Кармашек», «DeBufo», «The Театр» кеүек шәхси театр вәкилдәре ултыртты. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә саранан ситтә ҡалманы.
«ГИТИС-та уҡығанда Мелиховоға Чехов биләмәһенә барып, Халыҡ-ара Чехов фестивале сиктәрендә сейә ағастары ултырта инек. Беҙ ошо идеяны үҙебеҙгә алырға булдыҡ. Ағастарҙы тәрбиәләп тороусылар булған урындарҙы һайлайбыҙ, — тип һөйләне Драматургия һәм режиссура үҙәге етәксеһе Әлиә Яхина. — Сейә үҫентеләрен ултыртыуға тәрән мәғәнә һалынған: киләсәктә драматургтарыбыҙҙың ижад емештәрен күрергә теләйбеҙ».
Экология йылына арналған акцияның ойоштороусылары булып Драматургия һәм режиссура үҙәге һәм Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы сығыш яһаны. 2015 йылда М. Ғафури исемендәге йорт-музей биләмәһендә ошондай сейәле хәтер аллеяһы ултыртылғайны.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика