07:08 (UTC+5), 27 Апреля 2017

Өфөлә Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбленең концерты була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 29 апрелдә Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле Йәштәр һарайы сәхнәһендә Бөйөк Еңеү көнөнә һәм коллективтың биш йыллығына бағышланған концерт ойоштора. Коллектив тамашасыларға үҙенең иң уңышлы һәм юбилейы уңайынан әҙерләнгән бейеүҙәрен тәҡдим итәсәк.
«Алтын ай» – Мәскәүҙәге тәүге башҡорт хореография коллективы. Ул 2012 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәренең академия йыр һәм бейеү ансамбленең балет артисы Нәзир Баййегетов башланғысы менән ойошторола. Бөгөнгө көндә ансамбль кескәйҙәр, студенттар һәм ололар төркөмдәренән тора, ул 100-ҙән ашыу бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе берләштерә.
Коллектив Мәскәүҙең төрлө майҙансыҡтарында башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы ассоциацияһы үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө йәмәғәт һәм административ ойошмаларҙың бик күп исемдәренә, бүләктәренә лайыҡ булған.
2015 йылда «Алтын ай» ансамбленең студенттар төркөмө «Байыҡ» республика телевизион конкурсында өсөнсө урынды алды. Быйыл был конкурста шәл бәйләү йолаһы тураһындағы үҙенсәлекле композиция менән өлкәндәр төркөмө ҡатнаша.
Ансамбль донъя халыҡтары бейеүҙәрен һәм заманса хореографияны үҙ эсенә алған бай репертуарға эйә, тип хәбәр итте ансамблдең студенттар төркөмө ағзаһы Фаягөл Юнысова.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика