ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә IX республика фестиваленең еңеүселәре билдәләнде. 26 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында фестивалде ябыу тантанаһы уҙҙы.
Фестивалдә республиканың бөтә дәүләт театрҙары ҡатнашты. Конкурс программаһындағы бөтә 12 спекталь дә милли драматургия әҫәрҙәренән. Иң яҡшы эштәр төп туғыҙ номинацияла статуэткалар һәм дипломдар яуланы, шулай уҡ махсус бүләктәргә лайыҡ булды.
Салауат башҡорт драма театрының «Ерҙәштәр» (Мостай Кәрим әҫәре, режиссер Антон Федоров) постановкаһы иң яҡшы спектакль тип аталды. Шулай уҡ ошо спектаклдә Ҡорбанғәле роле өсөн актер Радик Ғәлиуллин «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» исеменә лайыҡ булды.
«Беҙ театр өсөн үҙ ҡалаңда, дуҫтарың өсөн иң яҡшы булыу ғына түгел, ә үҙ мөхитенә, театрҙар йәмғиәтенә барып сығыу, Башҡортостандың һәм бөтөн Рәсәйҙең театрҙар тормошонда ниндәй урын биләүен аңлау ни тиклем мөһим икәнлеген күрҙек, — тине тәнҡитселәр коллегияһы рәйесе, Мәскәүҙең театр белгесе Валентина Федорова. — Сәхнәгеҙҙә ниндәй етди ҡаҙаныштар барлығын күрҙек. Театрҙарҙың заманса драматургияны ҡуйыу – ул бик мөһим: тамашасы үҙе тураһында, дөрөҫлөк, нисек артабан йәшәүе, ҡасан бәхетле булыуы хаҡында беләһе килә. Тамашасыны тәрбиәләүегеҙ һәм күңелен асыуығыҙ, уны яратыуығыҙ һәм хөрмәт итеүегеҙ – бик ҡиммәтле ул».
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев «Хыялға ҡаршы» (Айгиз Баймөхәмәтов, Әнгизә Ишбулдина) спектакле өсөн «Яң яҡшы режиссерлыҡ эше» исеменә лайыҡ булды. Ошо уҡ спектаклдә Илшат Яхиндың эше «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш» номинацияһында билдәләнде, Ринат Баймырҙиндың башҡарған роле махсус бүләккә лайыҡ.
Башҡорт ҡурсаҡ театрының «Урал батыр» (Владимир Аношкин, режиссер Илмар Әлмөхәмәтов) спектакле «Урал батыр» эпосын нәфис кәүҙәләндереү өсөн» тамашасы һөйөүенә һәм махсус бүләккә лайыҡ булды.
Өфө «Нур» татар театрының «Башмағым» (Хабибулла Ибраһимов, режиссер Байрас Ибраһимов) спектакле тәнҡитселәр коллегияһының махсус бүләге менән баһаланды. Шулай уҡ был спектаклдә Кәрим байҙың роле өсөн актер Айрат Фатихов «Иң яҡшы ир-егет роле»н алды.
Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының махсус бүләге менән Стәрлетамаҡ Рус драма театрының «Ай тотолған төндә» (Мостай Кәрим, режиссер Мөсәлим Күлбаев) спектакле билдәләнде.
Башҡорт опера һәм балет театры «Салауат Юлаев» (Заһир Исмәғилев — Баязит Бикбай, режиссер Иркин Ғәбитов) спектакле өсөн «Милли музыка мәҙәниәте йолаларын һаҡлап ҡалыу өсөн» бүләге менән баһаланды. Башҡорт операһының баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов «Урмандарға инһәм…» (Әлфис Ғаязов) һәм «Салауат Юлаев» (Заһир Исмәғилев) спектаклдәре өсөн «Иң яҡшы сәхнә биҙәлеше» номинацияһында бүләкләнде.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт театрының «Йәнкиҫәк» (Тимерғәле Килмөхәмәтов) спектаклендә Миңйыһан роле өсөн Залина Сөләймәноваға – «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Люксембургка барып ҡайтҡансы…» (Мөнир Ҡунафин, режиссер Айҙар Зарипов) спектаклендә Гөлнәзирә роле өсөн Зилара Юлтыеваға «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» бирелде.
Рус академия драма театрының «Аҡбуҙат. Аҡ ат. Алтын ҡош» (Алексей Кортнев, Сергей Чекрыжов, режиссер Михаил Рабинович) спектаклендәге балет төркөмө махсус диплом менән бүләкләнде.
Актерҙар Сара Буранбаева, Илья Мясников, Алмас Әмиров һәм Хөрмәтулла Үтәшев фестивалде ябыу һәм бүләкләү тантанаһын иҫ киткес алып барҙы.