10:59 (UTC+5), 27 Апрель 2017

Өфөлә билдәле журналист студенттарҙы үҙенең китабы менән таныштырҙы

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәге
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында билдәле радиожурналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов башҡорт филологияһы факультеты студенттары менән осрашты. Ул үҙенең «Словом красен человек» тигән яңы китабы менән таныштырып, заманса киң мәғлүмәт сараларының теле һәм йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу ойошторҙо. Буласаҡ филологтарҙы радиожурналист һөнәре менән бәйле барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Автор фекеренсә, һүҙ менән бала саҡтан алып эшләргә һәм ғүмер буйына дауам итергә кәрәк. «Тел — даими үҫешеүсе институт, әммә шул уҡ ваҡытта бик нескә һәм үҙенә һаҡсыл мөнәсәбәтте талап итә», — тип иҫәпләй Рәсүл Сәғитов.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм йәш шағир Рәшит Зәйнуллин ошо темаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
Осрашыу һуңында студенттар ижади оҫталыҡтарын күрһәтте һәм автографлы китаптар менән бүләкләнде.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика