04:48 (UTC+5), 27 Апрель 2017

ДДТ төркөмө лидеры Юрий Шевчук: «Өфөлә «йондоҙ» булманым һәм булмаясаҡмын»

Олег Яровиков
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 26 апрелдә «Өфө-арена»ла ДДТ төркөмөнөң «Тауыш тарихы» исемле ҙур концерты уҙҙы.
Сарала 80-се, 90-сы һәм 2000 йылдарҙа яҙылған һәм киң танылған йырҙар яңғыраны. Төрлө альбомдарҙан һайланма композициялар тәүгә бер концертта берләште.
«Минең өсөн Өфөләге концерт – ул һәр саҡ етди сара, уның алдынан мин гел тулҡынланам. Был минең тәүге мөхәббәтем ҡалаһы. Бында мин бер ҡасан да йондоҙ булманым һәм булмаясаҡмын», — тине Юрий Шевчук.
ДДТ төркөмө лидеры төрлө йылдарҙа яҙылған иң яратҡан йырҙарҙы башҡарҙы. Улар араһында «Просвистела», «Метель августа», «Не стреляй», «Ночь-Людмила», «Последняя осень», We all live in Ufa һәм, әлбиттә, «Белая река». Рәхмәтле тамашасы үҙ кумирын оҙаҡ ҡына ебәрмәне. Концерт өс сәғәт дауамында барҙы һәм һуңында Шевчук йәнә «Это все» тигән йырын башҡарҙы.
Өфөләге концерт 2016 йылдың 30 сентябрендә башланған төркөм гастроленең финалы булды. Музыканттар 30-ҙан ашыу ҡалала сығыш яһаны. Йәйгеһен ДДТ аккустик программа менән Израилдә һәм Кипрҙа, 15 июлдә «YLетай» фестивалендә сығыш яһай. 2017 йылдың көҙөндә турне дауам итәсәк.
ДДТ төркөмөнөң Өфөләге концертынан репортаж һәм фотолар «Электрон гәзит»тә баҫылған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика