08:43 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль тәүге тапҡыр сәхнә артындағы тормошо менән таныштыра

Эдуард Дилмөхәмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүге тапҡыр сәхнә артындағы тормошо менән таныштыра. «Бейеү менән йәшәү» проекты Асыҡ ишектәр көнө рәүешендә 28 апрелдә уҙғарыла һәм Халыҡ-ара бейеү көнөнә арнала.
Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының республикалағы төп бейеү коллективының тарихы менән танышыу, ансамблдең артистары, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артистары менән осрашыу мөмкинлеге буласаҡ. Килеүселәр легендар ғәскәровсыларҙың бөтә бейеүҙәре ҡуйылған балет класын да ҡарай ала. Танылған хореографтар Риф Ғәбитов, Рим Әбделмәнов, Наил Сарванов артистың көнө нисек башланыуы һәм классика дәресенең ни өсөн кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк. Шулай уҡ халыҡ дәресен һәм яңы бейеүҙән өҙөк күрһәтеү ҡаралған. Оркестр етәксеһе Риф Моратшин бейеү көйҙәренә ҡағылышлы серҙәрҙе асасаҡ. Шулай уҡ теләгән һәр кем Ғәскәров исемендәге ансамблдең бөтә донъяға билдәле бейеү костюмдарын кейеп ҡарай ала.
«Беҙгә үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән ғаризалар килде лә инде. Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусыларын — лайыҡлы алмашсыларҙы көтәбеҙ», — тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Концерт залында ансамбль тураһында фильм күрһәтеләсәк, тамашасыларға коллективтың дисктары һәм буклеттары тәҡдим ителәсәк.
Сара көндөҙгө сәғәт в 12-лә һәм 2-лә башлана. Инеү ирекле. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 276-18-19.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика