12:35 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Өфөлә Юрий Шевчук «Рәсәй. Башҡортостан» каналында тамашасылар менән тура бәйләнешкә сыға

«Башҡортостан» ДТРК-һы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Юрий Шевчук «Рәсәй. Башҡортостан» каналында тамашасылар менән тура бәйләнешкә сыға.
Киске сәғәт 9 тула 15 минутта «Хәбәрҙәр» сығарылышында ул «ДДТ» төркөмөнөң Өфөләге концертынан туранан-тура аралашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн «Өфө — Арена» залында күптән көтөлгән «Тауыштың тарихы» исемле программа тәҡдим ителә. Танылған рок-музыкант тыуған ҡалаһында үҙенең 60 йәшлек юбилейына бер ай ҡалғас сығыш яһай.
Өфөгә музыканттар Лондондағы концерттан һуң кисә иртән килеп төштө. Унда концерт дүрт сәғәт дауам итте һәм биш меңгә яҡын тамашасыны йыйҙы. Музыкант өфөләргә илһамының һуңғы тамсыһына тиклем бирергә вәғәҙә итте.
«ДДТ» рок-төркөмөнөң «Тауыштың тарихы» гастролдәр туры 2016 йылдың көҙөндә башланғайны. Төркөмдөң төрлө альбомдарынан һайлап алынған йырҙар тәүге тапҡыр бер ҙур концертҡа тупланды. Музыканттар Рәсәй ҡалаларында ла, сит илдәрҙә лә сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика