05:29 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Өфөлә Тоталь диктантҡа йомғаҡ яһалды: киң таралған хаталар аталды

автор
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 апрелдә Өфө авиация техник университетында Тоталь диктантҡа йомғаҡ яһалды һәм «бишлегә» яҙыусылар бүләкләнде. Һөҙөмтәләрҙе акцияның ойоштороусыһы Наталья Панчишина иғлан итте.
Өфөлә 29 майҙансыҡ эшләне. Диктантты уҡырға «Саша + Маша» телесериалынан актриса Елена Бирюкова саҡырылды, махсус рәүештә Мәскәүҙән Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева килде, башҡа майҙансыҡтарға филологтар һәм журналистар йәлеп ителде.
Баш ҡалала 1547 кеше ҡатнашты (2016 йылда 1231 кеше ине). Өфөнән 120 кеше Рәсәй яҙыусыһы Леонид Юзефовичтың тексын «бишлегә» яҙған. Яҙыусылар араһында насар күреүселәр ҙә, Брайль алымы менән яҙыусылар ҙа булды, уларҙың берәүһе «бишле» алды.
Бик яҡшы яҙыусылар дипломдар һәм сертификаттар, шулай уҡ акция партнерҙарының бүләктәре менән билдәләнде.
«Бөтә донъяла Тоталь диктантта белгестәр советы әҙерләгән берҙәм тикшереү критерийҙары ҡулланыла. Пунктуация яғынан һөйләмдәрҙә тегеләй ҙә, былай ҙа яҙырға мөмкин булған төрлө дөрөҫ варианттар бар ине. Ниңәлер байтаҡ хата «коньяк» һәм «стерлядь» һүҙҙәрендә булды», — тип һөйләне Наталья Панчишина.
Быйыл Өфөлә тәүгә сит ил вәкилдәре TruD тигән тест яҙҙы. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң – Һиндостан, Ҡытай, Вьетнам, Конго, Латин Америкаһы, Югославия. Эш структураһы айырылды: тәүге өлөшөндә тест, артабан диктант тәҡдим ителде. Акция кураторы Мария Кучумова сит ил кешеләрендә йыш осраған хаталарҙы атап үтте. Уларҙың Пермь һәм Кама кеүек географик объекттарҙың атамаларын белмәүе ҡыйынлыҡ тыуҙырған.
Тоталь диктант акцияһы бөтә донъяла ойошторола. Быйыл уны 3008 майҙансыҡта 200234 кеше яҙҙы. Өфөлә Тоталь диктант алтынсы тапҡыр үтте.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика