09:18 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Дмитрий Медведев мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә ҡарата агрессияға юл ҡуйырға ярамай тип иҫәпләй

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дмитрий Медведев мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә ҡарата агрессияға юл ҡуйырға ярамай тип иҫәпләй. Был турала ул Омскиҙа уҙған «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәҙәниәт — милли өҫтөнлөк» форумында белдерҙе, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Рәсәй Премьер-министрының был белдереүенә режиссер Алексей Учителдың «Матильда» фильмы менән бәйле ығы-зығы сәбәпсе булып тора: картинаның прокатка сығыуына тиклем белгестәр һәм Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Поклонская уға баһа бирҙе.
Премьер рәссамға нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу ҡыҙыҡтырғысын баҫырға кәрәк тип иҫәпләй. Был власть һәм ижади кешеләр араһында яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау өсөн мөһим шарт, тип билдәләне ул.
Омскиҙа уҙған форумда төбәктәрҙә илебеҙ мәҙәниәтенә ярҙам итеү буйынса резолюция ҡабул ителде. Документта мәҙәниәт учреждениеларының яңы дистанцион эш итеү формаларын (виртуаль концерт залдарын, китапханаларҙа ҡулланыу урындарын) үҫтереү, күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре булдырыу, тәү сиратта бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа өҫтәмә һәм профессиональ белем биреү йорттарын музыка ҡоралдары, шулай уҡ махсус транспорт менән тәьмин итеү кәрәклеге хаҡында әйтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика