02:56 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Республикала Шәйехзада Бабич музейы «Бабич» фильмының реквизитын бүләк итеп алды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дүртөйлө районының Әсән ауылында урынлашҡан күренекле шағир һәм сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабич музейы «Бабич» фильмының реквизитын бүләк итеп алды. Ошо көндәрҙә яңы тулы метражлы нәфис фильмдың ижади төркөмө музейҙа булып китте.
Төркөмдә фильмдың сценарий авторы – З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабичева һәм филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, төп ролде башҡарған актер Илгиз Таһиров, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Камалова, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары, драматург һәм яҙыусы Мөҙәрис Мөсифуллин, Бабичтың туғандары бар ине.
Музейға режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» фильмында ҡулланылған экспонаттар тапшырылды. Ҡунаҡтарға экскурсия ойошторҙолар, һуңынан шағирҙың һәйкәленә сәскә һалдылар. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм Илгиз Таһиров бөйөк шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәгендә йәшәүселәр «Бабич» фильмын башҡаларҙан алдараҡ ҡарай алды – уны Әсән Мәҙәниәт йортонда күрһәттеләр. 24 апрелдә Өфөлә һәм республикала картина прокатҡа сыҡты.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика