12:40 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Өфөлә «төньяҡ амурҙары»ның уҡ-йәйәләрен һәм кәрәк-яраҡтарын күрергә мөмкин

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли музейында төйәгебеҙҙә уҡ атыуҙы үҫтереүҙең күп быуатлыҡ тарихын сағылдырған «Йәйә менән уҡ: мезолиттан алып Яңы осорға тиклем» күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәлә һөйәк, кремний, бронза һәм тимерҙән яһалған уҡ башаҡтарын күрергә мөмкин.
Ҡунаҡтарға урта быуаттағы һуғышсы һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит илдәргә яуҙарында ҡатнашҡан башҡорт яугире — «төньяҡ амуры»н ҡоралландырыу реконструкцияһы тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә килеүселәр йәйә, уҡ-һаҙаҡ эшләү алымдары һәм уларҙы боронғонан алып XIX быуатҡа тиклем нисек ҡулланыуҙары тураһында мәғлүмәт аласаҡ.
Күргәҙмәнең нигеҙен Башҡортостандың Милли музейы йыйылмаһы һәм «Айыу ихатаһы» тарихи реконструкция клубы коллекцияһының предметтары тәшкил итә.
Күргәҙмә 26 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика