07:59 (UTC+5), 24 Апрель 2017

Сәйәсмәндәр, ғалимдар, журналистар һәм балалар башҡорт теленән региональ диктант яҙҙы

Юлай Кәримов
Юлай Кәримов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 апрель, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 апрелдә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса региональ диктант уҙҙы. Акцияла ҡатнашыусыларға Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы кафедраһы һайлаған билдәле яҙыусы һәм ғалим Ғайса Хөсәйеновтың «Әсәм теле — сәсән теле» әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде.
Тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле музыкант һәм алып барыусы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыны. Акцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы делегаттары ла ҡатнашты. Улар өсөн диктантты Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова уҡыны.
«Быйыл акцияла ҡатнашыусыларҙың һаны уҙған йылдарға ҡарағанда күберәк булды. Диктант яҙыусылар араһында билдәле ғалимдар, профессорҙар Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафин, журналистар Зөлфиә Рәхмәтуллина, Рәсүл Сәғитов, студенттар, Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы уҡыусылары булды. Ҡайһы берәүҙәр тотош ғаиләләре менән килгәйне», — тип һөйләне акцияны ойоштороусы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Диктантты Башҡорт дәүләт университетының бер нисә аудиторияһында, шулай уҡ уның филиалдарында – Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Бөрөлә, Учалыла, Нефтекамала, республиканың һәм Рәсәйҙең белем биреү йорттарында, мәктәптәрендә яҙҙылар. Акцияға тәүгә Ямал-Ненец автономиялы округы башҡорттары ҡушылды, Силәбе өлкәһендә башҡорт теленән диктант ике урында ойошторолдо. Онлайн режимында трансляция алып барылды.
Диктант һөҙөмтәләре был аҙна аҙағында билдәле була. Башҡорт теле буйынса региональ диктант акцияһы өсөнсө тапҡыр үтте.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика