09:33 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Республикала агитация бригадалары тергеҙелә

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Совет власының тәүге йылдарында халыҡ араһында агитация һәм мәҙәни-аңлатыу эштәрен алып барыу һәм артабан предприятиеларҙа, төҙөлөштәрҙә, студент отрядтарында алдынғылыҡ тәжрибәһен пропагандалау, бәләкәй драма, музыка, хореография әҫәрҙәрен ҡулланып, көнүҙәк материалдар нигеҙендә тәнҡитләү өсөн ойошторолған агитация бригадалары СССР тарҡалғандан һуң бер аҙға онотолоп торҙо.
Әммә, бөтә яҡшы нәмә – ҡасандыр онотолған иҫке нәмә, тиҙәр бит. Туймазы районының Собханғол күп функциялы ауыл Мәҙәниәт йорто нигеҙендә «Пропаганда.ру» агитация бригадаларының һәм агитация-художество театрҙарының асыҡ фестиваль-конкурсын уҙғарыу тәжрибәһе шуны дәлилләй ҙә инде.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте уның ойоштороусылары булды.
Совет осоро менән сағыштырғанда фестиваль-конкурстың маҡсаты һәм бурысы һаҡланып ҡына ҡалманы, хатта ярайһы уҡ киңәйҙе лә. Ул, тәү сиратта, йәштәр агитация бригадаларының һәм агитация-художество театрҙарының хәрәкәтен үҫтереүҙе пропагандалау, иң яҡшы эш тәжрибәһе менән таныштырыу; социаль мөһим эшмәкәрлектә йәштәрҙең ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларҙы дәртләндереү; йәштәрҙең ялын ойоштороуҙа ижади һәләтте үҫтереүгә һәм ғәмәлгә ашырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтә белеүгә, рухи аралашыуға йоғонто яһаусы яңы алымдар ҡулланыу; илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухын тәрбиәләү.
Хәҙерге, иҫәп буйынса бына инде өсөнсө Рәсәйҙә Экология йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған фестиваль-конкурста 19 ижади коллектив ҡатнашты. Уларҙы Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илдар Сәлихов, Собханғол ауылы хакимиәте башлығы Фәрит Сәйфуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәти-аналитик һәм методик эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Эльмира Йәмлеханова сәләмләне.
Жюри бәйгеселәрҙе һигеҙ эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса баһаланы. Туймазы ҡалаһынан «Виртуоз» агитация бригадаһы (етәксеһе – Наил Әхмәтйәнов) Гран-приға лайыҡ булды. Ҡырмыҫҡалы районынан «ПереЗагрузка», Саҡмағоштан «Сатҡылар» һәм Шишмәнән «Родник» агитация бригадалары тәүге өс урынды яуланы. Улар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Ҡалған агитация бригадалары дипломдар, етәкселәре ойоштороу комитетының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, тип хәбәр итте мәҙәнит буйынса муниципаль йәмәғәт советы рәйесе Мөсәүир Камалетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика