06:01 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзалары «Ут-ҡош» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 19-23 апрелдә Мәскәүҙәге «Экспоцентр» үҙәк күргәҙмәләр комплексында халыҡ оҫталары һәм рәссамдарҙың ХII «Ут-ҡош» күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда илдең 40 төбәгенән 600-ҙән ашыу предприятие ҡатнашты.
Күргәҙмәлә халыҡ художество кәсептәре оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар һәм дизайнерҙарҙың традицион һәм заманса әйберҙәре тәҡдим ителде; художество оҫталыҡ алымдарын күрһәткән «Оҫталар ҡалаһы», теләге булғандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡунаҡтар Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Урал буйы һәм Алыҫ Көнсығыш, Азербайжан халыҡтарының милли аш-һыуы менән таныша алды.
Илдең төрлө төбәктәренән килгән иң яҡшы фольклор коллективтары Мәскәү халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары алдында бай мәҙәни программа менән сығыш яһаны. Йыл һайын уҙғарылған күргәҙмә-йәрминкәлә Башҡортостан исеменән тәүге тапҡыр «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы ҡатнашты (етәксеһе — Гөлсинә Батыршина, музыкаль етәксеһе — Венера Мәғәсүмова). Коллектив Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ике йыл элек ойошторолғайны. Вәкиллектең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, унда ҡурай һәм думбыра моңон, шаян һәм халыҡ йырҙарын тыңларға, бейеүҙәр ҡарарға мөмкин ине. Сығыш тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде һәм сараны ойоштороусыларҙың юғары баһаһына лайыҡ булды. Башҡорт фольклор коллективы 2017 йылда Мәскәүҙә үтәсәк «Русская ладья» этнофестивален асыу тантанаһына саҡырыу алды.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика