02:03 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Өфөлә Матбуғат фестивалендә республиканың бөтә алдынғы киң мәғлүмәт саралары ҡатнашты

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 апрель, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Матбуғат фестивале уҙҙы. Фестивалде асыу тантанаһында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡатнашты. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты тәүге тапҡыр уның ойоштороусыһы булып сығыш яһаны. Ике көнлөк программа оҫталыҡ дәрестәренә һәм студенттарҙың республиканың Журналистар союзы вәкилдәре, алдынғы республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары – «Башҡортостан» ТРК ДУП-ы, «Рәсәй — Башҡортостан» радиоһы, «Вся Уфа» телекомпанияһы хеҙмәткәрҙәре, гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәре һәм журналистары менән осрашыуҙарға бай булды. Сарала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртыу, медиабаҙар өсөн сифатлы кадрҙар әҙерләүҙә берләшеү фестивалдең маҡсаты булып торҙо. Унда бөтә курс магистранттары һәм студенттары – йәмғеһе 80-дән ашыу кеше ҡатнашты. Кафедраның бөтә аудиторияларында студенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән журналистика аҡһаҡалдарының сығышын тыңланы, уларға һорауҙар бирҙе, ә спикерҙар үҙ сиратында үҙҙәре өсөн буласаҡ кадрҙар ҡараны.
Фестиваль сиктәрендә «Хәҙерге журналистың портреты: мифтар һәм ысынбарлыҡ» тигән фекер алышыу майҙансығы эшләне. Сара аҙағында Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин менән «тура элемтә» ойошторолдо, уның барышында студенттар һорау бирергә өйрәнде.
«Сара ғәйәт ҙур яңғыраш алды. Беҙ элек тә һәр саҡ параллель эшләп килдек. Бындай аралашыу студенттарға ғына файҙалы тип уйлағайным, ысынында иһә киң мәғлүмәт сараларына ла яңы көс, йәш, яҡшы әҙерлекле журналистар кәрәк, — тип һөйләне журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева. — Матбуғат фестивален матур йолаға әүерелдерергә кәрәк, тине ректор».
Башҡорт дәүләт университетында сараны йыл һайын уҙғарыу күҙаллана.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика