12:11 (UTC+5), 24 Апрель 2017

Баш ҡалала «Театр яҙы» фестивалендә ҡатнашыусылар Сейә баҡсаһы ултыртасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Театр яҙы» фестивалендә ҡатнашыусылар Сейә баҡсаһы ултыртасаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев хәбәр итте. Экология йылына арналған акция 26 апрелдә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә уҙғарыла. Был көндө республика театрҙары вәкилдәре сейә ағасы үҫентеләрен ултыртасаҡ. Киләсәктә шифахана биләмәһендә һәр театрҙың үҙ ағасы үҫеп сығасаҡ.
Бөгөн, 24 апрелдә, Актерҙар йортонда түңәрәк өҫтәл — республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы ҡарамағындағы Театр йәштәре эштәре буйынса советтың киңәйтелгән ултырышы була. Осрашыуҙың темаһы — «Башҡортостанда театр эше торошоноң актуаль мәсьәләләре». Ултырышта йәштәрҙе Театр эшмәкәрҙәре союзына йәлеп итеү, уның 80 йыллығына бағышланған юбилей сараларына әҙерләнеү, Башҡортостандағы театр йәштәре хәрәкәтен үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана. Түңәрәк өҫтәлдең эшендә республикалағы барлыҡ театрҙарҙың вәкилдәре ҡатнаша.
Кисә Актерҙар йортонда режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов етәкселегендә Олжас Жанайдаровтың «Френдзона» пьесаһын уҡыу ойошторолдо. Уны актерҙар Ирина Ибраһимова (Рус драма театры), Азат Вәлитов (Башҡорт драма театры), Наил Сафин (Өфө Йәш тамашасы театры), Камила Ғаянова (К.Хабенский студияһы) уҡыны.
20 апрелдән 26-на тиклем Өфөлә «Театр яҙы» республика фестивале үткәрелә. Уның программаһында Башҡортостандағы барлыҡ театрҙарҙың 15 спектаклен күрһәтеү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика