10:59 (UTC+5), 21 Апреля 2017

«Театр яҙы» фестиваленең иң яҡшы спектакле өсөн онлайн тауыш биреү башланды

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Театр яҙы» республика фестиваленең иң яҡшы спектакле өсөн онлайн тауыш биреү башланды. Иң күп тауыш йыйған спектакль тамашасылар һөйөүе призын аласаҡ. Фестивалде ойоштороусыларҙың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә тауыш бирергә мөмкин.
Конкурста милли сәхнә әҫәрҙәре буйынса 12 спектакль ҡатнаша. Улар өсөн туғыҙ номинация ҡаралған. Өсәүһе конкурстан тыш программаға индерелгән. Фестивалдең Тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ағзалары составында Мәскәүҙән театр белгестәре һәм тәнҡитселәр Валентина Федорова, Евгения Розанова һәм Өфөнән Рида Буранова, Айһылыу Сәғитова, Динә Дәүләтшина эшләй. Кисә Салауат башҡорт драма театры ҡуйған «Ерҙәштәр» спектакле буйынса фекер алышыу булды.
20 апрелдә Өфөлә «Театр яҙы» фестивале башланды. Ул 26 апрелгә тиклем дауам итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика