08:46 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса спектаклдәр «Коляда-plays» фестивалендә күрһәтеләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйыласаҡ. Улар — Гомерҙың «Илиада» әҫәре буйынса «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» (Әнгизә Ишбулдина, Марат Мөхлисов, Зөһрә Бураҡаева, Анна Ерошина) һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Әнгизә Ишбулдинаның «Хыялға ҡаршы». «Хыялға ҡаршы» спектакле — 26 июндә, «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» 27-дә «Щелкунчик» балет театрында сәхнәләштерелә.
Йыл һайын июнь айында ҡаланың театр майҙандарында «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивале уҙғарыла. Фестивалде үткәреү һәм уны тергеҙеү идеяһын 2008 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Николай Коляда тәҡдим иткән. Был башланғысты Рәсәй Сәнғәт эшмәкәрҙәре союзының Свердловскиҙағы төбәк бүлексәһе әүҙем күтәреп алған.
Төп программала - спектаклдәр ҡарау һәм уларҙы фестиваль дирекцияһы махсус ойошторған Театр тәнҡитселәре коллегияһының халыҡ алдында тикшереүе. Фестивалдә һуңғы өс театр миҙгелендә заманса драматургтарҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика