04:54 (UTC+5), 19 Апреля 2017

Санкт-Петербургта Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Ҡыҙ урлау» спектаклен күрһәттеләр

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. Санкт-Петербургта Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса бер үк исемле «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһын күрһәттеләр. Был «Аманат» үҙешмәкәр театр студияһының икенсе спектакле булды. Мөхәббәт һәм йәшлек тураһындағы тарих тамашасыларҙы әсир итте. Спектаклдең режиссеры – Ләйсән Шөғәйепова. Музыкаль биҙәлеш өҫтөндә Ринат Камалов эшләне. Тауыш режиссеры – Харис Иҙрисов.
«Залда бер буш урын да юҡ ине, үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың сығышын ҡарарға теләүселәр шул хәтлем күп булды, хатта өҫтәп ултырғыстар ҡуйырға тура килде. Артистар ҙа үҙ сиратында бөтә көсөн һалып эшләне, тамашасыларҙың һөйөүен яулап алды, — тип һөйләне спектаклде ойоштороусылар. — Хис-тойғоларыбыҙ урғылып сығып килә, барыһы ла уңышлы килеп сыҡҡанға бик шатбыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика