07:08 (UTC+5), 19 Апреля 2017

Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Урал төбәге ҡалалары буйлап гастролдәре тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Урал төбәге ҡалалары буйлап гастролдәре уңышлы тамамланды. Коллектив 10 көн буйына Екатеринбургта, Төмәндә, Сорғотта, Нижневартовскиҙа, Ҡурғанда, Силәбелә, Мейәстә, Златоуста концерттар менән сығыш яһаны. Гастролдәр Башҡортостандың Урал округындағы рәсми вәкиллеге ярҙамында ойошторолдо.
«Тамашасылар республикабыҙ артистарын йылы ҡабул итте. Бөтә концерттар ҙа тиерлек дәррәү алҡыштар менән оҙатылды», — тип һөйләне вәкиллектең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Силәбелә Башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзалары театр фойеһында башҡорт мәҙәниәте күргәҙмәһен һәм милли ризыҡтарҙы тәмләп ҡарау ойошторғайны. Концертҡа мәҙәниәт колледжы, Мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының хореография факультеттары студенттары килде. Шулай уҡ Башҡортостандың Урал федераль округындағы даими вәкиле Амур Хәбибуллин, Башҡорт ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов, Силәбе һәм Ҡурған мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Ринат хәҙрәт Раев бар ине. Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек бәйләнештәре начальнигы Дмитрий Семенов коллективҡа үҙенең ихтирамын белдерергә килгәйне. Ул ансамблдең директоры Филүс Ҡаҙаҡбаевҡа Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийҙан рәхмәт хаты тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика