12:50 (UTC+5), 19 Апреля 2017

Өфөлә «Тамыр» телеканалына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25-26 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығы уңайынан балалар өсөн ҙур байрам ойошторола. Юбилейға федераль каналдарҙан, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһынан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха-Яҡут, Удмуртия балалар телеканалдары етәкселәре саҡырылған. Байрамдың махсус ҡунағы — «АБВГДейка» тапшырыуының художество етәксеһе һәм алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Татьяна Черняева.
Тамашасыларҙы «Тамыр» йыр студияһы һәм республиканың төп балалар коллективтары ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы көтә. Байрамдың ижади төркөмө «Тамыр»ҙың тәүге алып барыусылары менән бергә бер нисә сығыш әҙерләй. Бынан тыш, матбуғат конференцияһы, түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ кластарын ойоштороу ҡаралған, ҡунаҡтарҙың төрлө тапшырыуҙарҙа ҡатнашыуы көтөлә.
«Тамыр»ҙың юбилей саралары айҙан ашыу дауам итә. 2 мартта, телеканалдың тыуған көнөндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Балалар көнө» һәм уҡыусылар өсөн «Беренсе! Һинеке! Йондоҙло!» исемле дискотека ойошторолдо. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Родина» кинотеатрында телевизион фильмдар күрһәтелде. «Тамыр» телеканалы кубогы өсөн уҡ атыусылар ярышы «Уғатар», Асыҡ ишектәр көнө сағыу ваҡиға булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика