09:31 (UTC+5), 18 Апреля 2017

Башҡорт дәүләт университетында Матбуғат фестивале уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19-20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Матбуғат фестивале уҙғарыла. Сараның маҡсаты — киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртыу, медиабаҙар өсөн сифатлы кадрҙар әҙерләү өсөн көстәрҙе берләштереү.
Программала киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу, билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев студенттар менән авторлыҡ журналистикаһы мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләй. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Артём Вәлиев мәғлүмәт агентлығының яңы проекты менән таныштыра.
Фестиваль барышында «Хәҙерге журналистың портреты: мифтар һәм ысынбарлыҡ» тигән темаға фекер алышыу майҙансығын ойоштороу, шулай уҡ студенттарҙың университет ректоры Николай Морозкин менән интервьюһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының презентацияһы ҡаралған.
«Хеҙмәттәштәремдең фестивалде үткәреү идеяһын күтәреп сыҡҡандары өсөн бик шатмын. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, «Бөтә Өфө» телеканалы вәкилдәре, бик күп гәзит-журнал мөхәррирҙәре, шулай уҡ ҡайһы бер матбуғат хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре студенттар менән осрашыу теләген белдерҙе, — ти журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева. — Ошо сараның матур йолаға әүерелеүен теләйбеҙ. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һәм буласаҡ журналистарҙы берҙәй борсоған проблемалар байтаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика