07:12 (UTC+5), 17 Апрель 2017

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына 25 йыл тулды. Байрам саралары 25-26 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙғарыла. Каналдың коллективы бөтә донъянан — даими тамашасыларынан һәм Рәсәй телевидениеһы оҫталарынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы президенты Эдуард Сагалаев тамырҙарға аҡыллы, изге күңелле, белемле балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул «Тамыр»ҙың контенты сифатлы, хәүефһеҙ һәм эксклюзив тип атаны.
Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге «Disney» компанияһының генераль директоры «Тамыр» телевидение донъяһын сағыуыраҡ итә тип иҫәпләй. «Һеҙ — ысын! Дөрөҫ темалар таба, улар хаҡында асыҡтан-асыҡ һәм ихлас һөйләй белеүегеҙ өсөн рәхмәт! Уйларға һәм тойорға өйрәтеүегеҙ өсөн. Һеҙгә шундай уҡ дәртле булып ҡалыуығыҙҙы, ҡыҙыҡлы һәм һәйбәт тапшырыуҙар әҙерләүегеҙҙе, һәр ерҙә лә иң яҡшылар иҫәбендә булыуығыҙҙы теләйем!» — тиелә Марина Жигалова-Озкандың ҡотлауында.
«Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды президенты Александр Акопов балалар телеканалының тәүлек әйләнәһенә эшләүен билдәләне һәм «Тамыр»ҙы «төбәктең мәҙәни тормошо һәм мәҙәни киңлегенең айырылғыһыҙ өлөшө» тип атаны.
«Практика» үҙәге директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, төбәк телекомпанияларының медиатренеры Нина Зверева 10 йылдан ашыу ваҡыт элек Башҡортостан телевидениеһының тәүге Орфейына «Ҡоралай» фильмы өсөн тап «Тамыр» телеканалының лайыҡ булғанын иҫкә төшөрҙө. «Өйрәтә һәм өйрәнә белгәндәр бер ҡасан да тамашасыһын юғалтмай! Ә һеҙ — тап шундайҙарҙан. Бына нисә йылдар инде һеҙҙең менән дуҫ булыуым һәм еңеүҙәрегеҙгә шатланыуым менән бәхетлемен!» — тип әйтелә Нина Звереваның сәләмләүендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика