11:14 (UTC+5), 17 Апрель 2017

Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спектаклдең премьераһы булды

Бүрәт драма театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 һәм 15 апрелдә Хоца Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия театры сәхнәһендә башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын эжын ургынууд!» спектакленең премьераһы булды. Спектаклде Бүрәт сәхнәһендә ҡуйыу өсөн махсус рәүештә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылғайны.
Спектаклде ҡуйыусыларҙы ҡотларға Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков, бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Вежевич һәм башҡа вазифалы кешеләр килде.
«Әҫәрҙә күтәрелгән етемлек темаһы беҙҙең йәмғиәтебеҙ өсөн дә бик мөһим. Автор дөйөм кешелек проблемаһына мөрәжәғәт итә, — тип билдәләне Бүрәт драма театрының художество етәксеһе, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы Эржена Жамбалова. — Бүрәттәр элек-электән етемһеҙ халыҡ тип иҫәпләнгән, балаларҙы тәрбиәгә алыу йолаһы ҙур ҡаҙаныш булған. Етемдәрҙе тәрбиәләү тәбиғи һәм абруйлы һаналған. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа балалар йорттарында бүрәт милләтле балаларҙың күбәйеүе бөтә халыҡ өсөн фажиғә булды. Ошо уңышлы спектакль оҙаҡ йылдар буйы тамашасыларҙы ҡыуандырыр, тигән ышаныстамын».
Премьерала сығыш яһап, Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән министрға башҡорт мәҙәниәтен пропагандалағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков, Бүрәт драма театрының художество етәксеһе Эржена Жамбалова һәм тәржемәсе Дабацу Юндунова Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков спектакль авторҙарын премьераның уңышлы үтеүе менән ҡотланы. Ул автор Айгиз Баймөхәмәтовҡа һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Башҡортостандағы талантлы коллегаларыбыҙға һәм үҙебеҙҙең артистарыбыҙға рәхмәт! — тине Тимур Цыбиков. — Ҡатмарлы, фәһемле спектакль! Кешеләр илай, көлә һәм еңел булмаған яҙмышлы балалар менән бергә ҡайғыра. Уның социаль әһәмиәте ҙур. Шуға күрә һәммәһенә лә ошо ғәҙәти булмаған спектаклде ҡарарға кәңәш бирәм».
21-27 апрелдә Бүрәт академия театры Байкал аръяғы буйлап гастролдәргә сыға. Был юлы театр тамашасыларға өс премьера тәҡдим итә, улар араһында башҡорт яҙыусыһының әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль дә бар. Театр етәкселеге билдәләүенсә, тамашаларға билеттар һатылып бөткән.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика