12:07 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Ригала халыҡ байрамы — «Һабантуй» ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ригала халыҡ байрамы — «Һабантуй» ойошторола. 6 майҙа Ригалағы «Верман баҡсаһы»нда ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Байрамды ойоштороусылар — Европалағы татар йәштәре берекмәһе һәм Латвиялағы «Шишмә» башҡорт-татар мәҙәни ойошмаһы. Һабантуйҙа Латвия, Литва, Эстония һәм Польша илдәренең башҡорт һәм татар ойошмалары ҡатнаша.
«Һабантуйҙың программаһы һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк: Рига халҡына һәм уның ҡунаҡтарына көнсығыш йолалары менән танышыу, башҡорттарға һәм татарҙарға туған мәҙәниәтебеҙҙең матурлығын һәм ҡиммәттәрен күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ», — тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Рәмил Ҡадиров.
Верман баҡсаһы – Ригалағы иң матур һәм ҙур парктарҙың береһе, Тербатас, Элизабетес, Ҡыҙыл Барон һәм Меркель урамдары араһында урынлашҡан. Паркта даими рәүештә концерттар уҙғарыла, балаларҙы иһә уйын майҙансыҡтары көтә.
Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Инеү ирекле. Бәйләнеш өсөн телефон: +371 26705808. Электрон почта: rk@emulators.lv.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика