15:03 (UTC+5), 14 Апрель 2017

Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт өлкәһендә республика Башлығы гранттары менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. Рөстәм Хәмитов асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барышында мәҙәниәт өлкәһендә республика Башлығы гранттары менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.
«Быйыл ыҙғышһыҙ үтмәне. Сөнки дәғүәселәрҙең береһе гранттарҙы бүлеү процедураһын дөрөҫ түгел тип, туҡтауһыҙ монополияға ҡаршы хеҙмәткә, судтарға мөрәжәғәт итә. Был уның хоҡуғы, — тип иҫәпләй республика Башлығы. — Әммә гранттар системаһы эшләп китте: яңы һәйбәт нәфис әҫәрҙәр – өр-яңы китаптар, кинолар, картиналар, фильмдар, спектаклдәр барлыҡҡа килде».
Ошо бөтә проекттар ҙа республикабыҙҙы пропагандалай, уны илебеҙҙәге һәм унан ситтәге меңләгән кеше өсөн асып бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге директоры Валериан Гагиндың заманса сәнғәткә булышлыҡ итеү тураһындағы һорауы республика Башлығын йәмғиәттең рухи ҡиммәттәре хаҡында фекергә килтерҙе.
«Беҙ һәр саҡ ресурстар һәм финанстар хаҡында һөйләйбеҙ, һәм ул дәүләтебеҙҙең, Федерация төбәктәренең дә таяныстарының береһе: етештереү, финанстар, аҡса, бюджет. Унан кәмерәк, әммә йәмғиәтебеҙҙең тотороҡлоғон булдырыусы мөһимерәк нәмәләр бар – ул әхлаҡи ҡиммәттәр. Кешенең мәҙәниәткә, сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәтенән әхлаҡ барлыҡҡа килә», – тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы уҙған көндә Рәсәйҙең атҡаҙанған пианисы Борис Березовскийҙың концертында булыуын һәм уны 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклор байрамына саҡырыуын һөйләне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: артист этник музыка менән ҡыҙыҡһына һәм шул йүнәлештәге проекттар менән шөғөлләнә.
«Донъяның 65-70 иле беҙгә, Фольклор байрамына үҙҙәренең ижади коллективтарын ебәрәсәк, улар ике аҙна дауамында беҙҙә йырлап бейейәсәк. Ул республикабыҙ киңлегендә ғәйәт ҙур мәҙәни ваҡиғаға әйләнәсәк. Танылған музыкант ошо проект менән ҡыҙыҡһынды һәм эш графигы күп йылдарға алдан яҙылһа ла, был сараны унда индерәсәгән белдерҙе», — тип һөйләне республика Башлығы.
Һуңғы ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендә республика өсөн оят түгел, унда һәйбәт, ҙур мәҙәни саралар уҙып тора, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Төбәк Башлығы кинематография, һынлы сәнғәт, концерт эшмәкәрлеге, халыҡ ижады өлкәһендәге үҫеште билдәләне, «бик юғары баһаланған» Милли симфоник оркестрҙы, Башҡорт опера һәм балет театрын, драма театрҙарын маҡтаны.
«Минең эске ҡарашым һәм ысын эштәрем Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтенә даими рәүештә ҙур күләмдә ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Мин бынан сигенмәйәсәкмен. Минең өсөн мәҙәниәткә ярҙам итеү төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булып тора. Мәҙәниәтһеҙ киләсәк юҡ», — тине Башҡортостан Башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика