13:40 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Өфөлә «Театр яҙы-2017» фестивале ҡатнашыусыларҙың парады менән асыла

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Театр яҙы-2017» республика фестивале Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдында сағыу театрлаштырылған тамаша һәм ҡатнашыусыларҙың парады менән асыла. Фестивалдә Башҡортостандағы бөтә профессиональ театр коллективтары, шулай уҡ А.А. Бахрушин исемендәге Мәскәү дәүләт театр музейы ҡатнаша.
Алты көн буйына Өфөләге төрлө сәхнәләрҙә 15 спектакль күрһәтеү ҡаралған. Шуларҙың өсәүһе — Бахрушин музейы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы, Драматургия һәм режиссура үҙәге спектаклдәре. Афиша төрлө аудиторияға — балаларға, йәштәргә, оло йәштәге тамашасыларға иҫәпләнгән.
Фестивалдең Тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ағзалары составында Мәскәүҙән театр белгестәре һәм тәнҡитселәр — Валентина Федорова, Евгения Розанова һәм Өфөнән Рида Буранова, Айһылыу Сәғитова, Динә Дәүләтшина эшләй.
«Театр яҙы» республика фестивале барышында форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, Мәскәүҙән театр белгестәре Алексей Киселевтың «Хәҙерге театр» һәм Игорь Овчинниковтың «Театр һәм Маркетинг» темаларына лекциялары, актерлыҡ клубтары, тәнҡитселәр коллегияһы һәм театр тәнҡитсеһе Валентина Федорова (Мәскәү) рәйеслегендәге жюри ағзаларының фекер алышыуҙары ҡаралған.
Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ла бер нисә сара ойоштора. 23 апрелдә Олжас Жанайдаровтың пьесаһын уҡыу (режиссеры — Айрат Абушахманов), 24 апрелдә Актерҙар йортонда «Башҡортостанда театр эше торошоноң мөһим мәсьәләләре» тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарыла.
26 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Театр яҙы-2017» республика фестивален ябыу тантанаһы була, еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан ителә.
«Театр яҙы» республика фестивален ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы. Өфө ошо форумды өсөнсө тапҡыр ҡабул итә. Уҙған йылдарҙа фестиваль Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙғарылғайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика