02:53 (UTC+5), 13 Апреля 2017

Өфөлә Милли симфоник оркестрҙың 25 йыллығына арналған Халыҡ-ара музыка фестивале асылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 12 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Милли симфоник оркестрының 25 йыллығына арналған Халыҡ-ара музыка фестивале асылды.
Тәүге фестиваль концертының симфоник программаһы Николай Римский-Корсаков һәм Сергей Рахманиновтың әҫәрҙәренән торҙо. Сергей Рахманинов оркестры менән фортепиано өсөн 3-сө концертта солист сифатында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Борис Березовский сығыш яһаны.
Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды.
Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры 1992 йылда ойошторолған. Төрлө йылдарҙа музыкаль коллектив менән Рәсәйҙең төп ижади коллективтары, донъяның һәм илебеҙҙең йыр сәнғәте йондоҙҙары хеҙмәттәшлек итте. 2015 йылдың ғинуарында коллектив «Башҡортостан» дәүләт концерт залына күсте.
Оркестрҙа 115 кеше – 89 музыкант, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһын, П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлаған өс дирижёр эшләй. 2015 йылдың ғинуарынан республика Милли симфоник оркестрының баш дирижёры – Раушан Яҡупов.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика