10:50 (UTC+5), 13 Апреля 2017

Башҡортостан юлдаш телеканалында төбәктәге беренсе банкир хаҡында тапшырыу эфирға сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы төбәктәге беренсе совет банкиры, Башҡортостан Дәүләт банкы етәксеһе Әхтәм Ҡормаев хаҡында тапшырыу әҙерләй. Сюжетты 16 апрелдә киске сәғәт 10-сы яртыла «Билдәһеҙ Башҡортостан» проекты сиктәрендә «Аҙна яңылыҡтары»нда ҡарарға мөмкин.
Хәбәрселәр Гөлнара Хәйбуллина, Азат Ғәлиуллин финансист Әхтәм Ҡормаевтың яҙмышы тураһында материал туплай. Ул — үҙенең көндәлек, тырыш хеҙмәте менән республиканың киләсәгенә тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе.
«Беҙ Әхтәм Нурый улының ейәне һәм һеңлеһенән интервью алдыҡ, хәҙерге көндә Канадала йәшәгән ҡыҙы менән дә скайп аша бәйләнешкә сыҡтыҡ», — тип һөйләне журналистар.
«Билдәһеҙ Башҡортостан» телепроекты геройҙары — барыһына ла билдәле шәхестәр. Улар сағыу ғүмер юлы үткән, республика үҫеше тарихының айырылғыһыҙ өлөшө. Ләкин исемдәрен һирәктәр генә белә. Әхтәм Ҡормаев Башҡортостан иҡтисадына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан һәм 22 йыл ошо вазифала эшләгән. Шулай ҙа уның хеҙмәттәре тураһында күптәр иҫләмәй», — тип билдәләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының кеше яҙмыштары тураһында «Билдәһеҙ Башҡортостан» проекты республиканың 100 йыллығына арналған. Ошо дата уңайынан тапшырыуҙар циклы төшөрөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика