12:47 (UTC+5), 12 Апрель 2017

Республикала «Әлшәй районы ере һәм халҡы» фотокүргәҙмәһе асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Әлшәй районында «Әлшәй районы ере һәм халҡы» фотокүргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәнең тематикаһы төрлө — һоҡланғыс тәбиғәт, матур, ҡунаҡсыл һәм хеҙмәт һөйөүсән кешеләр, ҡәҙерләп һаҡланған ғөрөф-ғәҙәттәр һәм мәҙәниәт.
Эштәр араһында 2010 йылғы «Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре бар. Былтыр акцияның фототурында ТӨРКСОЙ илдәре һәм төбәктәре фоторәссамдары Николай Зверев (Сыуашстан), Андрей Веретенников (Татарстан), Армат Бектас (Ҡаҙағстан), Эрнест Ураков (Башҡортостан), Наил Ғәлиев (Башҡортостан) ҡатнашты. Тур йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан — Евразия ынйыһы» тигән фотоальбом донъя күрҙе. Унда авторҙарҙың Әлшәй районында төшөргән һүрәттәре лә урын алған.
Экспозицияла Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың райондың билдәле шәхестәре: яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр, фольклорсы, фән докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Розалиә Солтангәрәева хаҡында бәйән иткән эштәре ҡуйылған. Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Рәмил Нафиҡовтың фотоһүрәттәре Әлшәй районында ойошторолған «Шәжәрә байрамы» тураһында һөйләй.
«Бөгөнгө күргәҙмә — районды танылған фоторәссамдар күҙлегенән күрһәткән тарихи портрет ул. Артабан да райондың тарихы яңы фотоһүрәттәр менән байыһын», — тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәмил Килмәмәтов.
Фотокүргәҙмәне ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Әлшәй районы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге, Рәсәй Фоторәссамдар союзының төбәк бүлексәһе һәм «Ағиҙел» республика фотоклубы.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика