Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2017, 14:24

«Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларында уҙғарыла. Акцияны ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Япарова хәбәр итеүенсә, республиканың бөтә 1584 китапханаһы ла уҡыусылар өсөн бай программа әҙерләгән. Уларҙың күптәре Экология йылына арналған. Саралар киске сәғәт 6-ла башлана.
Архангел үҙәк китапханаһы Әҙәби лотерея һәм «Китапханалы умарта» фитобарына саҡыра. Унда теләгән һәр кем бал менән үлән сәйҙәрен тәмләп ҡарай ала.
Баймаҡ районында «Тыуған төйәгеңде сүп-сарҙан таҙартҡан саҡта селфи эшлә» акцияһы башлана. Планетаның төрлө төбәктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында «Йорт» документаль фильмын күрһәтеү ҡаралған.
Баҡалы балалар китапханаһы «Тәбиғәттең көйөн таны» уйынын ойоштора, шулай уҡ «Бер көндө ике тәлмәрйен…» интерактив программаһы менән «Алтын асҡыс» арт-студияһына саҡыра.
Балтас китапханалары китап уҡыусыларға театрлаштырылған тамашалар тәҡдим итә, теләге булғандар тәбиғәт тураһында шиғыр уҡыу буйынса флешмобта ҡатнаша ала. Үҙәк район китапханаһы «Балтас ере — дуҫтар күҙлегенән» тип аталған ҡыҙыҡлы фотокүргәҙмә әҙерләгән.
«Библиотөн»дә Бәләбәй китапханаһында IV «Фәнни яҡтан алға китеш» республика ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡан Сергей Голиков «Сәләмәтлек эликсиры» лекцияһы менән сығыш яһай.
Белорет үҙәк ҡала китапханаһы Севастополь китапханаларының әҙәби берекмәләре менән телекүпер ойоштора. Бынан тыш, «ЭКО стилендә йәшәү» татлы оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Ғафури район китапханаһы композитор Рәмил Ғимрани, ҡурайсы Рәмил Ҡотосов, шағир һәм музыкант Илнур Солтанов менән осрашыу үткәрә. Шулай уҡ Илшат Хәбибуллин һәм уның «Быҙыбыт» ансамбле менән бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе, фотограф Н. Латиповтың «Тыуған яҡтың матурлығы» фотокүргәҙмәһе һәм яҡташ рәссам И. Пешковтың картиналар вернисажы була.
Көйөргәҙе район китапханаһында сәйәхәтселәр «Көйөргәҙе буйлап тест-драйв» тигән интеллектуаль круизға юллана, «Рус география йәмғиәте» документаль фильмдарын күрһәтеү ҡаралған.
Шишмә балалар китапханаһында «Өләсәй әкиәттәре», «Башҡортостандың ете мөғжизәһе», «Музыкаль ҡумта» библиостанциялары буйлап «Башҡортостан мөғжизәләре» экосәйәхәте планлаштырыла.
Салауат үҙәк китапханаһында «фотоһунарсы» Юрий Липустиндың һәм «Дүрт тәпәй» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәренең сығыш яһауы көтөлә. Шулай уҡ башҡорт милли кейеме биҙәктәрен тегергә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе була.
Өфөләге үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһының да программаһы ҡыҙыҡлы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында республиканың Рәссамдар союзы ағзаһы Вера Фролова «Ҡалабыҙ ҡоштары» оҫталыҡ дәресен үткәрә. Ҡулға ҡына менән һүрәт яһатырға ла мөмкин. Бесәйҙәр күргәҙмәһендә ветеринарҙар һәм белгестәр сығыш яһаясаҡ.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың программаһы «Ҡыҙыл китап» биттәренән» девизы аҫтында уҙғарыла.
Читайте нас: